Мәләүез районы Ерек ауылында билдәһеҙ йыртҡыстар һарыҡтарҙы ҡырған

Этме, әллә бүреме? Хәл шәхси йорт ихатаһында теркәлгән. Кәртәләге малды берәҙәк эттәр боғаҙлағанмы, әллә бүреләрме? БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ваҡ малдың һөйәктәрен иртәнсәк кенә күреп ҡалалар. Таланған һарыҡтар асыҡ һарай эсенән өсәүһе үле, икәүһе хәл өҫтөндә табыла.

Ғүмере буйы почтальон булып эшләгән Вәсилә Күсмәева 7 йыл элек аварияға эләгә. Умыртҡа һөйәге йәрәхәтлән ҡатын оҙайлы дауалау үтеп, ғаиләһе менән Ерек ауылына йәшәргә күсә. Бында улар ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай башлай. Ике йыл элек тәүге ҡуй һарыҡтарын һатып алып, ваҡ мал үрсетәләр. Хужабикә әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта ауылда берәҙәк эттәр күбәйә, улар ҡош-ҡортҡа тейгән осраҡтар ҙа була.

Урамда берәҙәк эттәр ысынлап та күп, берәүҙәре ауыл янындағы кооперативтан килһә, икенселәр хужаһыҙ ҡалған эттәр. Ләкин Күсмәевтар ҙа, ауыл советы ла һарыҡтарға йыртҡыс хайуандар төшкән, тигән фекерҙә. Ерек ауылынан 3-4 саҡрымда бер төркөм бүреләрҙе күреүселәр ҙә була. Улар һарыҡтарҙы тамаҡлап яҡынса 30 мең һумлыҡ зыян килтерә. Был аҡсаны кем ҡайтарыр һәм йыртҡыстар күрше хужалыҡтарҙың малына теймәҫме, тигән һорау асыҡ ҡала.

Әбет ауыл биләмәһе башлығы раҫлауынса, бүреләр 50-60 саҡрым алыҫлыҡҡа һунарға йөрөй. Шуға күрә йыртҡыстар Бөрйән урмандарынан килеүе лә ихтимал. Ҡайҙан ғына булһа ла, ауыл халҡы бүреләргә ҡарата бер нәмә лә эшләй алмай. Был осраҡта «Башҡортостан» милли паркы етәкселегенә мөрәжәғәт итергә генә ҡала.

Фото №1 - Мәләүез районы Ерек ауылында билдәһеҙ йыртҡыстар һарыҡтарҙы ҡырған

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ