Ишембай районының Алаҡай ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсына үтте

Муниципаль этапта еңеү яулаусы биләмәгә урындағы хакимиәт тарафынан йөҙ мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Бәйгене ойоштороусылар ауыл халҡының берҙәм, мәҙәни-спорт сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләй.

Урамдар төҙөк, һәр ваҡыт тәртиптә, социаль объекттарҙа ла ремонт уҙғарылған. Конкурс талаптарына ярашлы, сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған. Алаҡайҙар айыҡ тормошто пропагандалап, Башҡортостан кимәлендә лә уңыш ҡаҙанырға йыйына.

Яңыраҡ ауылда «Милли мәҙәниәттәр көнө» уҙғарылды. Урындағы үҙешмәкәр коллективтар сәхнәгә сығып, йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро булыуын күрһәтте. Сара сиктәрендә мәҙәниәт йорто фойеһында милли аш-һыу, ҡул эштәре күргәҙмәләре, төрлө биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Фото №1 - Ишембай районының Алаҡай ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсына үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ