Башҡортостандың ҙур ҡалалары программистарға ҡытлыҡ кисерә

“HeadHunter” порталы республикалағы “Ай-Ти.Телеком” өлкәһендә хәлде анализлаған.

Һөҙөмтәлә, иң талап ителгән кадрҙар исемлегендә – мәғлүмәт технологиялары буйынса белгестәр. Тәҡдим ителгән вакансияларҙың 8% тап ошо өлкә буйынса. Бер белгескә уртаса 6 вакансия тура килә. Программистарға ҡытлыҡ башлыса Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында күҙәтелә.

Бөгөн Компьютер белгесе көнө билдәләнә. 1946 йылдың нәҡ 14 февралендә хәрби расчеттар һәм программалауға иҫәпләнгән беренсе электрон компьютер киң йәмәғәтселеккә презентациялана. Анализ ошо дата уңайынан үткәрелгән.