«Гәзиткә яҙыл да, бүләк от!» акцияһы бүләктәре үҙ хужаһын тапты

Район һәм республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәһен «Башҡортостан» нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында ойошторолған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ҡиммәтле бүләктәр Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында уйнатылды. Әбйәлил районынан Дәминдаровтар электр самокатына эйә булды.

Мәғариф өлкәһе ветерандары «Осҡон», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналына яҙылған. Ғаилә спорт менән дуҫ. Саңғы, скандинав таяҡтар менән йөрөү, аҙнаһына бер-нисә тапҡыр бассейнда йөҙөү менән шөғөлләнә.

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл «Башҡортостан» нәшриәт йортонда баҫылған  гәзит-журналдарҙың тиражы артҡан. Быға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда ике тапҡыр «ташламалы ун көнлөктәр» декадаһы, төрлө конкурстар уҙғарыу ҙа булышлыҡ иткән.

Фото №1 - «Гәзиткә яҙыл да, бүләк от!» акцияһы бүләктәре үҙ хужаһын тапты

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ