Сатлама һыуыҡта һыу инеүселәр өсөн Өфөнөң Якутов мәҙәниәт һәм ял паркындағы Һалдат күлендә аҙнаһына дүрт тапҡыр мәке уйыла. Иртәнге сәғәт ундан төшкө икегә тиклем йөҙөү мөмкинлеге ҡаралған.
Урында белгестәр ҙә эшләй. Һуңғы көндәрҙең сатлама һыуыҡ тороуы сыныҡҡан халыҡ өсөн ҡыуаныс ҡына. Сөнки һауа температураһының түбән булыуы, һыуҙың йылылығына тәьҫир итә. Ҡышҡы йөҙөү менән мауыҡҡан бер төркөм йәштәр бында аҙна һайын килә. Һалдат күлендәге мәке лә спорт стандарттарына ярашлы итеп уйылған. 25 метрға йөҙөү сәләмәтлек өсөн ыңғай йоғонто яһай.
Азат Ғәлиуллин




