Благовар районы Күллеҡул ауылында йәшәүсе ғаилә бөгөн төндө машинала уҙғарырға мәжбүр була

13 сәғәт буран ҡамауында. Улар ике ауыл араһындағы юлда ҡар тотҡонлоғонда ҡала. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратыу ҙа һөҙөмтә бирмәй. БСТ каналы Азат Ғәлиуллин ентекләберәк.

Көндөң аяҙ тороуына ҡарамаҫтан, күҙ асҡыһыҙ буран. Юл ситендәге көрттөң бейеклегенән, елдең ни тиклем көслө булыуын төҫмөрләргә мөмкин. Редакция заданиеһы буйынса беҙҙең ижади төркөм Благовар районына юлланды. Тик тәғәйен урынға өс саҡрым арауыҡ ҡалды тигәндә, ҡар ҡамауында ҡала. Уның ҡарауы, бәйләнеш тә маҡтанырлыҡ булмай. Осраҡ буйынса 112 һандарына хәбәр ителә.

Ғаилә башлығы тормош иптәшен район үҙәгенән ҡаршы алып, кире ҡайтыр юлға сыға. Әммә, эш уйлағанса килеп сыҡмай. Буран тотҡонлоғона эләгә. Сәғәҙиевтар ярҙамды 13 сәғәт самаһы көтә.

Был хәл тураһында хәбәр ителмәгән кеше ҡалмай. Ярҙамға ашығыусылар ҙа була. Ләкин, әллә нисәмә метр бейеклектәге көрттө былай ғына йырып сығырмын тимәҫһең. Көн яҡтыра төшкәс кенә, урындағы ауыл хужалығы тракторы юлды аса.

Уҙған тәүлек, ғөмүмән, сәфәр сығыусыларға ҙур һынау булды. Республиканың айырым райондарында яуған көслө ҡар һәм буран күп һанлы аварияларға килтерҙе. Тиҫтәләп трасса ваҡытлыса ябылды. Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһына гастролгә юлланған Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективына Магнитогорскиҙа туҡтарға тура килә.

Гастролдәр туҡтатылды. Ижади төркөм иртәгә Өфөгә ҡайтыр юлға сыға. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буран тотҡононда ҡалған өс тиҫтәләп кешене эвакуацияланыуын хәбәр итә. Бәхеткә, ҡазаланыусылар теркәлмәгән.  

Көслө буран арҡаһында республикала зәңгәр яғыулыҡ селтәрҙәрендә лә өҙөклөктәр теркәлде. 112 хеҙмәтенә 3 меңдән ашыу мөрәжәт ҡабул ителгән. Ҡыҙғанысҡа, Федоровка районында ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Улар быға тиклем газдағы етешһеҙлектәр буйынса хәбәр иткән булған. Белгестәр халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра, һауа шарттары тотороҡланғансы оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Фото №1 - Благовар районы Күллеҡул ауылында йәшәүсе ғаилә бөгөн төндө машинала уҙғарырға мәжбүр була

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ