Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, блогер Башҡортостанға килергә ризалыҡ биргән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Илья Варламов төбәк һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн стратегик сессияларҙа сығыш яһай ала. Бындай сараларҙа йәмәғәтселек тә ҡатнаша ала тип яҙа Республика Башлығы. Быға тиклем Радий Хәбиров район һәм ҡала башлыҡтарына Илья Варламовтың “Мэрға 100 кәңәш” тигән китабын бүләк итте. Блогер төрлө ҡалалар һәм төбәктәр буйлап сәйәхәт итеп видеояҙмалары һәм хәбәрҙәрендә етешһеҙлектәрҙе асыҡлай, йәшәү мөхитен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр бирә.




