Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында йортһоҙ ҡалғандарға сертификат бирелә

Фото №1 - Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында йортһоҙ ҡалғандарға сертификат бирелә

Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумы ултырышы үткәрҙе. Унда дәүләт торлаҡ сертификаты биреү мәсьәләһе ҡаралды. Янғын, ташҡын йәки башҡа ваҡиға сәбәпле йортһоҙ ҡалғандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Бындай кешеләргә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә сертификат тапшырыла. Бәләгә тарығындар бер йыл дауамында бындай мөмкинлек менән ҡулланып өлгөрөргә тейеш.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ