Бөгөн – Башҡортостан флагы көнө

Фото №1 - Бөгөн – Башҡортостан флагы көнө

Бынан 29 йыл элек, 1992 йылда Башҡортостан "Республика" тип рәсми аталғас, дәүләт символдары - рәсми атрибуттар ихтыяжы тыуа. Ошоға бәйле, конкурс иғлан ителә. Унда рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эше һайлап алына. Урал Мәсәлимов әйтеүенсә, Башҡортостан флагы халыҡтың яҡты киләсәккә ынтылышын, милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ идеяларын сағылдыра.

Бөгөн – Башҡортостан флагы көнө

Флаг 3 төҫтән тора, йәшел - азатлыҡты, мәңгелекте, аҡ - тыныслыҡ һөйөүсәнлекте, республика халыҡтарының хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк - асыҡлыҡты, уйҙар таҙалығын аңлата. Әләмдә түңәрәк уртаһында 7 тажлы ҡурай сәскәһе, ул башҡорт халҡына нигеҙ һалыусы 7 ырыуҙы символлаштыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ