Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролай депутаттары “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү” буйынса закон проектын хупланы. Документта хоҡуҡ боҙоп балаларға энергетик эсемлектәр һатҡан граждандарға 3-4 мең, вазифалы кешеләргә 30-40 мең, юридик шәхестәргә 150-200 мең һум штраф һалыу тураһында әйтелә. Законды икенсе тапҡыр боҙоусыларға штраф күләме тағы ла арта.




