Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролайҙың пленар ултырышында депутаттары был проект беренсе уҡыуҙа хупланды. Республика парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.
Документта хоҡуҡ боҙоп балаларға энергетик эсемлектәр һатҡан граждандарға 3-4 мең, вазифалы кешеләргә 30-40 мең, юридик шәхестәргә 150-200 мең һум штраф һалыу тураһында әйтелә. Законды икенсе тапҡыр боҙоусыларға штраф күләме тағы ла арта.




