Был турала ведомствоның етәксеһе бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында отчет доклады менән сығыш яһағанда белдерҙе. Роман Деев билдәләүенсә, үткән йылда урлашыу, һуғышыу күренештәре кәмегән.
Парламент ултырышында шулай уҡ Тәфтиш комитетының эш һөҙөмтәләре лә ҡаралды. Депутаттар бынан тыш 40-ҡа яҡын закон проектын да тикшерҙе. Төп темалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Коронавирус пандемияһы шарттарында сикләүҙәр йоғонто яһаймы, әллә йәмәғәтселектең үҙаңы үҫешәме, әммә үткән йылда Республикала мал, транспорт саралары урлау, фатирға, магазинға төшөү, кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары кәмегән. Әммә хоҡуҡ боҙоу күренештәре бөтөнләй юҡ тип әйтеп булмай. Мәҫәлән , 100-гә яҡын ойошҡан енәйәт төркөмө лидеры һәм уларҙың ағзалары яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бюджеттан бүленгән аҡсаларҙың маҡсатҡа ярашлы тотонолоуы тикшерелгән.
Иҡтисад менән бәйле тема бөгөн ҡануни проекттар араһында ла айырым урын биләй. Инвестиция программаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, һалымдың патент системаһын индереү юлдары ҡарала. Депутаттар әйтеүенсә, быйылдан ваҡытлыса табышҡа берҙәм һалым ғәмәлдән сығарылған. Был күп эшҡыуарҙар өсөн финанс ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, әммә киләсәктә уның урынына патент ысулын ҡулланырға мөмкин.
Парламент ултырышында социаль проблемалар ҙа һәр ваҡыттағыса төп урынды биләй. Бөгөн ҡаралған закон проекттарын алғанда, ишле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай автомобиль ҡуйыу урындары хаҡында һүҙ бара. Киләсәктә был ташламаны һуғыш ветерандарына, Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан граждандарға ҡарата ла ҡулланыу күҙаллана.
Тағы ла бер әһәмиәтле закон проекты бәлиғ булмағандарға спиртһыҙ энергетик эсемлектәр һатҡан өсөн штраф һалыу менән бәйле. Депутаттар фекеренсә, был ҡануниәт йәш быуындың һаулығын һаҡлауға, сауҙа нөктәләрендә тәртип урынлаштырыуға ла булышлыҡ итә.
Парламент ултырышында барлығы 40-ҡа яҡын закон проекты ҡаралды. Бынан тыш, Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыстар ҙа тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан федераль кимәлгә иң күп закон проекттары тәҡдим иткән төбәк булып тора.
Рәмзиә Кәримова




