Биләмәлә 102 тарихи объект иҫәпләнә, уларҙы төҙөкләндереп, һаҡлап ҡалыу буйынса проект эшен бағыусылар ярҙамы менән башҡарыу планлаштырылған. Был турала бөгөн Өфөнөң баш архитекторы Олег Байдин журналистар менән осрашыуында билдәләне.
Буласаҡ йәйәүлеләр урамы концепцияһы өҫтөндә Мәскәү урбанистика үҙәге белгестәре эшләй, улар сайт аша ҡалалағы йәмәғәт киңлеген үҙгәртеү буйынса өфөләрҙән идеялар ҙа ҡабул итә. Участкалағы юлды ике һыҙатҡа тиклем тарайтып, транспорт хәрәкәтен өлөшләтә сикләү ҡаралған. Йәшел ут тик автобус, такси хеҙмәте өсөн генә яныуы ихтимал.
Гөлназ Хәйбуллина




