Мәғлүм булыуынса, насос ҡоролмаһының сафтан сығыуы һөҙөмтәһендә төбәктәге 800-ләп йорттоң яртыһына яҡыны бер нисә көн дауамында һыуһыҙ ултыра. Улар араһында мәктәп менән балалар баҡсаһы ла бар. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән репортажда.
Хибиә Шәмсетдинова инде өсөнсө көн биҙрәләп ҡар йыя. Сараһыҙлыҡтан тип әйтергә кәрәк. Һыу булмағанға оло йәштәге ханымға ҡар иретеп уны йыуыныуға ла, эсәр һыу өсөн дә тотонорға мәжбүр.
2 меңдән ашыу кеше йәшәгән Шафран ауылында һыу мәсьәләһе күптәнән төп проблема һанала. Быға тиклем һыуһыҙлыҡ йәй көндәрендә генә күҙәтелһә, бөгөн ул ҡаты һыуыҡтарҙа үҙен һиҙгертте. Һөҙөмтәлә, шәхси йорттарҙан тыш, социаль объекттар ҙа һыуһыҙ ҡала.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөү икенсе көн дауам итә. Тәүҙә бер, һуңынан икенсе, әле килеп өсөнсө һыу насосы һынала. Әммә, һөҙөмтәһе юҡ. Элеккеһенең дә сафтан сығыуына ҡоролманың иҫкереүенә бәйле тип әйтеп булмай.
Ә был иһә тап эшлектән сыҡҡан һыу насосы. Ул былтыр июлдә һатып алынып үҙәк системаға тоташтырған булған. Әммә, ете ай ҙа үтеп өлгөрмәй, шафран ауылы халҡын һыуһыҙ ҡалдыра.
Һыу артынан урындағы халыҡ шишмәгә йөрөргә мәжбүр. Әммә барыһы ла өйҙәренән сыға алмай, айырыуса оло быуын вәкилдәре. Әйткәндәй, Шафран ауылының «Нур» биҫтәһендә йәшәүселәр, һыуҙы миҙгел әйләнәһенә тамсылап тигәндәй йыйырға тура килеүен, билдәләй.
Район хакимиәте етәкселеге, эсәр һыу мәсьәләһенең киҫкен тороуын, ауылдың тау битләүендә урынлашыуына бәйләй.
Әлеге хәлгә бәйле, урындағы шифахана көсө менән һыу ташыу ойошторолған. Ә авария теркәлгән үҙәк һыу тәьминәтендә эштәр дауам итә. Белгестәр яңы килтерелгән насос һынауын тикшереүгә тағы ла ике-өс сәғәт ваҡыт китәсәген билдәләй. Ә эсәр һыу ҡасан һәр йортҡа тәьмин ителере әлегә асыҡ ҡала.
Азат Ғәлиуллин




