25 феврәлдән алып 3 мартҡа тиклем республика конкурсында ҡатнашыусылар баһалама ағзалары алдында презентация менән сығыш яһай. Эксперттар составына профилле ведомство һәм министрлыҡтар вәкилдәре ингән. Улар призлы урындарға дәғүә итеүсе ауыл вәкилдәренә социаль-иҡтисади, демография, инфраструктура, спорт һәм мәҙәниәткә ҡағылышлы һорауҙар бирә.
Был һынауҙы конкурстың республика этабына үтеүсе Башҡортостандың 54 ауылы тота. Һәр райондан берешәр ҡатнашыусы. Финалға иһә ун ике ауыл сыға. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бүләк фонды ла ҙур-40 миллион һум. Шуға күрә еңеүселәр ҙә етди һынау үтергә тейеш, ти ойоштороусылар .
Айнур Кәбиров




