Өфөлә Рәсәй тимер юлдары йәмғиәте менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең берлектәге профилактик рейды ойошторолдо.
Сара барышында водителдәргә тимер юлы үткәүелдәрендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге аңлатылды. Мәғлүмәт яҡшыраҡ хәтерҙә ҡалһын өсөн автомобиль хужаларына буклеттар һәм тематик сувенирҙар тапшырылды. Куйбышев тимер юлының «Өфө» депоһы машинист ярҙамсыһы Дмитрий Карпов эш барышында күп кенә авариялар шаһиты булған. Шуға ла водителдәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртеү рейдына ихлас ҡушылған.
Тимер юлы киҫелешендә авариялар водителдәрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында теркәлә. 22 февралдә Белорет-Учалы-Миәс юлында ағас тейәгән КАМАЗ водителе светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап тормай тимер юлына йүнәлә. Был мәлдә унан тепловоз үтеп барған була. Электр транспорты машинисы тормозға баҫып өлгөрһә лә, бәрелештән йөк машинаһы ергә түңкәрелә.
Гүзәл Борханова




