«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» асыҡ академияһы сиктәрендә Саҡмағош районына медицина десанты килде

Урындағы халыҡ баш ҡала табиптарына күренә алды. Балалар һәм өлкәндәрҙе невролог, кардиолог, хирург, эндокринилог һәм башҡа тар йүнәлешле белгестәр ҡабул итте.

Ҡайһы бер осраҡтар өсөн табиптар консилиумға йыйылды. Барлығы 200-ҙән ашыу пациент үҙ сәләмәтлектәрен тикшертә алды. Төбәккә сәфәре һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм өфөләге шәхси клиникалар ярҙамында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды тарфынан ойойшторолдо.

Сарала шулай уҡ психологтар һәм ғаилә медиаторҙары теләге булыусыларға консультациялар үткәрҙе. Был белгестәр низағлы осраҡтарҙы хәл итергә һәм ҡатмарлы хәлдән сығырға ярҙам итә. 

«Бәхет биләмәһе»ндә әсә булырға йыйыныусылар өсөн ауырлыҡ темаһына лектория ла ойошторолдо. 

Акушер-гинекологтар ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға аныҡ яуаптар бирҙе, ә үҙ һорауҙарын бирергә ҡыймаусылар менән белгестәр һуңынан айырым осрашыу үткәрҙе.  

Фото №1 - «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» асыҡ академияһы сиктәрендә Саҡмағош районына медицина десанты килде

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ