Баш ҡалала йәшәүсе бер төркөм йәштәр төрлө урындарҙа бейеп социаль селтәрҙәрҙә популярлыҡ яуланы. Улар йәйәүлеләр үткәүелендә, иҫтәлекле урындарҙа, сауҙа үҙәктәрендә шаффл стилендә дәртле хәрәкәттәр башҡара.
Улар зебра аша атлап түгел, ә бейеп үтә. Әлбиттә светофорҙың йәшел утына ғына. Хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә. Ҡайһы бер йәйәүлеләр был йәштәргә шикләнеп ҡарай, ләкин күптәренең йөҙөндә йылмайыу ғына барлыҡҡа килә.
Хатта кибеткә лә улар дәртле хәрәкәттәр менән йөрөй. Коллектив ике йыл элек барлыҡҡа килгән, ә йәмәғәт урындарына сығыуҙарына ике ай ғына. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеп өлгөрҙө. Интернет селтәрендәге видеояҙмалар меңдәрсә лайктар йыя.
Һуңғы арала йәштәр баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында роликтар төшөрә. Кадрҙа Салауат Юлаев һәйкәле булды. Сиратта Дуҫлыҡ монументы. Шул рәүешле улар республикаға иғтибарҙы арттырмаҡсы. Сөнки уларҙың ижадын Рәсәй һәм сит илдәрҙән дә күҙәтеүселәр бар. Бейеүселәр әйтеүенсә, бер номерҙы улар айҙарбуйына өйрәнә.
Әле шаффл бейеүҙәре йәш йүнәлеш. Сөнки тәү ҡарашҡа ябай күренгән хәрәкәттәр ысынбарлыҡта ныҡышмаллыҡ һәм яҡшы ритм тойғоһо талап итә. Шулай ҙа киләсәктә колллективтың артыуына ышана йәштәр. Марат иһә бер йылдан һуң шаффл буйынса чемпионат та уҙғармаҡсы.
Айнур Кәбиров




