Дәүләт урындағы башланғыстарҙы хуплай

Фото №1 - Дәүләт урындағы башланғыстарҙы хуплай

Йылайыр районы Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә ҡараған Байғужа ауылы халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашып,  мәҙәни үҙәкте ремонтлау ниәтендә. 1987 йылда төҙөлгән бина,  ысынлап та, заман һынауы үткән, ул төҙөкләндереүгә мохтаж. Инициатива төркөмө ағзаһы Эльмира Сыңғыҙова. 

Дәүләт урындағы башланғыстарҙы хуплай

Ауылда 200 гә яҡын кеше йәшәй, уларҙың һәр береһе тиерлек сәнғәткә ғашиҡ. "Йәшлек" вокал ансамбле, бейеү түңәрәге эшләй. Шулай уҡ, китапхана ла ошо уҡ бинала урынлашҡан.Үрге Ғәле ауылы биләмәһе башлығы  Юнир Таһиров.

Дәүләт урындағы башланғыстарҙы хуплай

Йәмәғәт эше тағы ла гөрләп эшләһен, урындағылар тағы ла дәртләнһен өсөн уңайлы шарттарҙың булыһы мөһим. Шуға ла Байғужа халҡы  - урындағы башланғыстар өсөн.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ