Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры шул турала социаль селтәрҙә яҙҙы. Уның билдәләүенсә, Борис Беляевҡа ғәйеп тағылған ваҡиғалар уның Күмертау ҡалаһы мэры вазифаһын биләгән ваҡытта ҡарай. Ул заманда ғәмәлдәге Республика Башлығы һәм Андрей Назаров үҙе лә Башҡортостан Хөкүмәтендә эшләмәгән. Быға тиклем ошо уҡ ваҡиғаға бәйле Төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев ҡулға алынды. “Тәфтиш белгестәре мәсьәләне хәл итер һәм суд дөрөҫ ҡарар сығарыуына ышанам”, - тип белдерҙе Андрей Назаров. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты вице-премьер – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевты вәкәләттәре менән артыҡ файҙаланыуҙа ғәйепләп 48 сәғәткә ҡулға алды.




