Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, һалым хеҙмәте һәм дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә рейд үткәрергә ниәтләй. Халыҡтан автобуста терминал юҡлығы һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеп булмау сәбәпле ялыуҙар килә. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, онлайн-касса булмаған өсөн автобус хужаларына 30 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал.




