Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана уҡыусылары араһында фекер белешеү үткәрҙе. Уның һөҙөмтәһе буйынса рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылған йыйынтыҡтар һайлап алынды. Улар араһында Шәйхзада Бабичтың “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар”, Рауил Бикбаетың “Халҡыма хат”, Спартак Ильясовтың “Биғылый”, Ноғман Мусиндың “Һайлап алған яҙмыш” китаптары бар. Тулы исемлек менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була.




