Башҡортостанда һалым түләүҙә патент системаһы ҡулланыла

Фото №1 - Башҡортостанда һалым түләүҙә патент системаһы ҡулланыла

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа беренсе уҡыуҙа закон проекты ҡабул ителде. Финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, патент системаһын индергәндән һуң, эшҡыуарҙар аҙыраҡ һалым түләй.

Башҡортостанда һалым түләүҙә патент системаһы ҡулланыла

Әммә Һалым кодексына үҙгәреш эшҡыуарҙарға ауырға тура килеүе ихтимал. Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин шундай фекерҙә. Бизнес һалым түләмәү өсөн йәшерен эшмәкәрлек алып барыуы ихтимал.

Башҡортостанда һалым түләүҙә патент системаһы ҡулланыла

Премьер-министр Андрей Назаров патент системаһына күсеүгә бәйле фекерен белдерҙе. Уның әйтеүенсә, үҙгәреш эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән әҙерләнде. Бизнес табышҡа һалым түләмәй, ә патент менән генә ҡуллана ала. Бындай алым күпкә отошлораҡ килеп сыға. Исемлектә 85 бизнес төрө күрһәтелгән. Эшҡыуарҙарға һалым түләүҙә үҙгәреште аңлатыу өсөн Хөкүмәттә эшсе төркөм булдырылған. Яңы закон апрелдә көсөнә инергә тейеш.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ