“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһендә “Стоп. Суррогат” программаһы үтәлеше менән таныштырҙылар. Былтыр ҡыҙыу элемтәгә суррогат алкоголь етештереү һәм һатыу урындары буйынса 1 мең 600-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Йыл дауамында 750 рейд ойошторолған. Уның барышында 5 меңдән ашыу шешә хәмер юҡ ителгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Стоп. Суррогат” программаһы быйыл да дауам итә.




