Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был турала оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Күрһәткестәрҙең үҫешенә иген культураларының яҡшы уңышы ла йоғонто яһаған. Былтыр 4 миллион тоннанан күберәк ашлыҡ алынған. Шулай уҡ, минераль ашламалар, элиталы сорттар, юғары технологиялы ҡорамалдар һәм техника ҡулланыу ҙа ыңғай һөҙөмтә биргән.




