Федераль бюджеттан 500 миллион һум сығымдарға заявка юлланған. Был турала Мәҙәниәт министрлығынан белдерәләр. Рус драма театры бинаһы 2018 йылдан алып мәҙәни мираҫ обьекты - төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора. 10 февралдә республика етәксеһе Радий Хәбировтың Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуында Өфөнөң мәҙәни обьекттарын ремонтлау һәм реконструкциялауға федераль финанс йәлеп итеү перспективалары буйынса һөйләшеү булғайны.




