Интернет селтәрендә әҙипкә мәртәбәле исем биреүҙе хуплап, ҡултамға йыйыу дауам итә. Тарихи ғәҙеллек урынлаштырыу маҡсатында журналист Баныу Ҡаһарманова петиция төҙөгән.
Яныбай Хамматов башҡорт халҡының һәм данлы шанлы тарихын өйрәнә. Арҙаҡлы шәхестәр хаҡында материал туплай. “Ул рухи тамырҙарыбыҙҙы юллап, сит илдәргә лә сәфәргә сыға”, - ти Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев.
Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙе хуплаусылар интернет селтәрендә петицияға ҡул ала ҡуя.




