Рәхмәтовтар хозур туйҙарын билдәләй. Етмеш йыл бергә ғүмер иткән ғаилә биш балаға ғүмер биргән. Иҫтәлекле көндә улар йәшлек хәтирәһе менән бүлеште. Икеһе лә хеҙмәт ветераны.
Оло йәштә булһалар ҙа мал, умарта тоталар. Ғаилә башлығы әле лә автомобиль йөрөтә. Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итеүҙәренең серҙәре менән уртаҡлаштылар.




