Бөгөн хеҙмәткәрҙәр 688 метр оҙонлоҡтағы күперҙең яртыһында эште теүәлләгән

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн хеҙмәткәрҙәр 688 метр оҙонлоҡтағы күперҙең яртыһында эште теүәлләгән. Былтыр августа ғына домкраттар ярҙамында металл конструкцияларҙы монтажлау башлағайны. Бөгөн сираттағы алтынсы арауыҡты ҡороу тамамлаған.

Бер үк ваҡытта Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге үткәргестә лә эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Ул 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, ә октябрҙә эргәлеге яңы күпер сафҡа инеү менән көньяҡ ҡапҡаның үткәреү ҡеүәте күпкә киңәйәсәк, тигән республика башлығы. Алдан хәбәр ителеүенсә, Ағиҙел йылғаһы аша күпер «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Уның дөйөм хаҡы 3 миллиард ярым һумға яҡын. Үткәүелгә килгәндә, ул быйыл ғинуар башында реконструкциялана башланы. Эш ваҡытын кәметеү маҡсатында иҫке күперҙе һүтеп, яңыһын төҙөргә ҡарар ителде.

Фото №1 - Бөгөн хеҙмәткәрҙәр 688 метр оҙонлоҡтағы күперҙең яртыһында эште теүәлләгән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ