Республика мәғариф учреждениеларында асыҡ ишектәр көнө үтте. Өл.кәндәр мәктәп ашханаларына килеп, Берҙәм менюға индерелгән ризыҡтарға дегустация ойошторҙо.Продукция сифаты һәм хәүефһеҙлеген иҫбатлаусы документтар менән танышты. Белем усаҡтары етәкселеге һәм ашнаҡсыларға балалар туҡланыуы, эҫе аш әҙерләү нескәлектәренә бәйле һорауҙарын еткерҙе.
Өфөнөң 121-се мәктәбе ашханаһына төрлө ведомство етәкселәре лә саҡырылды. Формаль булмаған ултырышта район-ҡалаларҙа мәктәп туҡланыуын ойоштороуға бәйле проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары барланды. Әйткәндәй, Башҡортостан Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан һуңғы ике айҙа ойошторолған кәңәшмәләр һөҙөмтәләре буйынса уҡыусылар өсөн «иң тәмле» төбәктәр исемлегендә. Федераль мәғлүмәттәрҙә ата-әсәләрҙән ялыуҙар күренмәй.
Гөлназ Хәйбуллина




