Әле проекттар яҡлау үтә. Бәйгенең сираттағы этабы йәйгеһен Владимир өлкәһендә уҙа. Юғары уҡыу йортоноң конструкторҙар бюроһы ун йыл элек ойошторолған, бында төрлө ракета двигателдәренең алтмышҡа яҡын экспонаты менән танышырға мөмкин. Буласаҡ инженерҙар Первушин аэродромы, вуздың авиация базаһында ла практик белемен камиллаштыра. Шулай уҡ йәштәр өсөн спутник, пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡороу, робототехника дәрестәре лә үтә.
Гөлназ Хәйбуллина




