Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер- министры Андрей Назаров илдең төньяҡ баш ҡалаһы губернаторы Александр Беглов менән осрашты. Һөйләшеү IT, медицина һәм ҡала менән идара итеү технологиялары тураһында барҙы. Александр Беглов был өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек төбәктә һанлаштырыу проектын тормошҡа ашырыуҙа ыңғай тәьҫир итәсәк тине. Шулай уҡ яҡтар туризмды үҫтереүҙә лә уртаҡ йүнәлештәр булыуын билдәләне.
Рәмилә Исмәғилева




