Онкологик сирле пациентҡа ауырыу органдарҙы күрһәтеү мөмкинлеге әмәлиәт барышында үтәлде

Был ысул ярҙамында зарарланған урындарҙы теүәл асыҡларға мөмкин. Практик хирургия өлкәһендә Да Винчи робот ярҙамында оҫталыҡ дәрестәре БДМУ клиникаһында ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡБСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Ашҡаҙанында яман шеш барлығы асыҡланған пациентҡа Да Винчи робот ассистент ярҙамында әмәлиәт башҡарыла. Операцияны был өлкәлә юғары оҫталыҡҡа ирешкән белгес Санкт-Петербург ҡалаһы онкология комитетынан профессор Дмиртрий Гладышев башҡара.

Робот ярҙмындағы хирургия башлыса кеше организмының тар өлөштәренә: кесе тазға, күкрәк ситлегенә инеү өсөн тәғәйенләнә. Әммә шуға ҡарамаҫтан, беҙ аппараттың мөмкинлектәре киң икәнлеген иҫбатлап, ашҡаҙан-эсәк юлының өҫкө лөшөндә һәм тура эсәктә лә лә әмәлиәт эшләп күрһәтәбеҙ.

ДМИТРИЙ ГЛАДЫШЕВ, ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ БУЙЫНСА САНКТ-ПЕТЕРБУРГ ОНКОЛОГИЯ КОМИТЕТЫ БАШ ОНКОЛОГЫ

Ашҡаҙанға операция барышында айырым участоктарҙы күрһәтә алыу мөмкинлеге беренсе тапҡыр башҡарыла. Бының өсөн әмәлиәт барышында йәшел төҫтәге индоцианин матдәһе пациенттың ҡан тамырына ебәрелә.

. Был ысул ярҙамында органдар анатомияһын һәм әмәлиәт эшләнәһе өлкәләрҙең өлөштәрен бик яҡшы күрергә мөмкин. Ысул шулай уҡ лимфа төйөндәрен һәм тәрәнгә йәшеренгән метастазаларҙы ла асыҡларға ярҙам итә.

Әмәлиәт барышын мониторҙар аша студенттарҙан тыш, бөтә ил буйынса эксперттар ҙа күҙәтә алды. Пандемия арҡаһында йыл буйына студенттар был аудиторяла йыйыла алмаған. Йәштәр оҫталарҙың эшен ҡарап, робот-ассистент ярҙамында операцияларҙың еңеллеген һәм пациент һаулығы өсөн мөһимлеген дә үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Республика онкология диспансерында ғилми-ғәмәли конференцияның теоретик өлөшө үтте. Хирург-онколог Андрей Павленко исемендәге мәктәп бындай конференцияны тәүгә ойоштора. Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Өфө ҡалаларын берләштергән фәнни форумда былтыр сентябрҙән алып практик онколог белемдәренә эйә булырға мөмкин.

Алтын ҡуллы остаздар менән практик дәрестәр студенттарға һәм йәш онколог-хирургтарға тәрән белемдәргә эйә булыу мөмкинлеге бирә. Мәктәп табип-онкологтарҙың һөнәри оҫталығын арттырыуҙан тыш, яман шеште еңгән пациенттар һанын да күбәйтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Фото №1 - Онкологик сирле пациентҡа ауырыу органдарҙы күрһәтеү мөмкинлеге әмәлиәт барышында үтәлде

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ