Ғаризалар март аҙағына тиклем ҡабул ителә

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһы буйынса конкурсҡа ғаризалар март аҙағына тиклем ҡабул ителә.

Биш йылдан ашыу эшләп килгән проект буйынса республика төбәктәрендә бик күп социаль объекттар яңыртылды.

Тәтешле районында программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Социаль проект буйынса дүрт йыл эсендә Күрҙем ауылы советы биләмәһендә балалар баҡсаһы капиталь төҙөкләндерелгән, ауыл юлы ремонтланған, мәктәп тәҙрәләре яңыртылған.

2018 йылда Иҫке Күрҙем ауылына мобиль янғын һүндереү комплексы һатып алынған. Быйыл программала ҡатнашып Борғынбашта ла янғын хәүефһеҙлеге өсөн шундай уҡ машина алыу ҡарала.

Социаль объекттар өсөн ауыл халҡы үҙе тауыш биргән. Ауыл биләмәләрендә йәш ғаиләләр күпләп йәшәй, балалар һаны арта. Киләсәген ҡайғыртып урындағылар республика проекттарында әүҙем ҡатнаша.

Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылы балалары иһә хыялындағы балалар майҙансығын үҙҙәре һүрәткә төшөрҙө.

Ауылдың мәҙәниәт йортонда рәсем түңәрәге "Балалар майҙансығы кескәйҙәр күҙҙәре менән" тигән тема буйынса ойошторолдо. Улар яңы майҙанды төрлө төҫтәргә буялған, таусыҡтар, бәүелсәктәр менән күҙ алдына килтерә.

Ҡуласа, ҡомлоҡ, яҡшы бәүелсәк булыуын теләйҙәр. Балалар яңы майҙансыҡты өмөтләнеп һәм түҙемһеҙләнеп көтә.

ТАТЬЯНА ДАВЛЯТОВА СЫУАШ-ҠЫБАУ АУЫЛЫ МӘҘӘНИӘТЕ ЙОРТОНДА РӘСЕМ ТҮҢӘРӘГЕ АЛЫП БАРЫУСЫ

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында Иглин районының 9 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Ауылдарҙа йыйылыштар үткәрелгән. Конкурсҡа тәҡдимдәр араһында юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек проекттар бар.

Фото №1 - Ғаризалар март аҙағына тиклем ҡабул ителә

Рәмилә Исмәғилева,

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ