Башҡортостанда «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла

Уның сиктәрендә уңышлы шәхестәр үҙҙәренең тыуған яҡтарына ярҙам күрһәтәсәк. Башҡортостан башлығы был идеяны 2019 йылдың ноябрендә Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында күтәреп сыҡҡайны.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың бәләкәй ауыл- ҡаларынан сыҡҡан билдәле кешеләр күп. Уларҙың һәр береһе яҡташтарына ярҙам күрһәтә ала. Әммә был дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы кешеләргә һалыу тигәнде аңлатмай. Кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙған шәхестәр бихисап. Был улар өсөн уңайлы платформа булдырыу тигән һүҙ.

Әле проекттың рәсми сайты әҙерләнгән, ул 1 марттан тест режимында эшләй башлай. Порталда кәрәкле ауылды һәм ярҙам төрөн күрһәтергә була. Шулай уҡ берлектәге финанслау шарттарында төбәк программаларына ҡушылырға, яҡташтарға күмәкләп ярҙам күрһәтергә мөмкин. Ә көҙгөһөн «Атайсал»дың һөҙөмтәләре буйынса «Яҡташлыҡ көсө» тигән форум ойоштороу ҡаралған.

Фото №1 - Башҡортостанда «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ