Башҡортостан уҡыусылары финанс грамоталылыҡ буйынса белемен тикшерә

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалы уҙҙы.

Финатлон, йәғни финанс грамота буйынса олимпиада илдә 2011 йылдан ойошторолоп килә. Унда сығарылыш синыфы уҡыусылары үҙ көсөн һынай ала. Быйыл сара Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты базаһында үтә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Тәүге йылдарҙа республика этабында ҡатнашыусылар һаны әҙ генә булһа, быйыл һайлап алыу турына 2 меңләп ғариза бирелгән. Уларҙың 250-һе финалға үткән. Белгестәр фекеренсә, йәмғиәттең был өлкәгә иғтибары арта, халыҡ аҡса менән дөрөҫ идара итеү, иҡтисади тотроҡлоҡто һаҡлау, мутлашыусылар ҡулына эләкмәү өсөн финанс белем кәрәклеген яҡшы аңлай. 

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финал этабында ҡатнашыусылар 5 өлөштән торған яҙма эште башҡара, һайланған темаға эссе яҙа, блиц уйында үҙ көсөн һынап ҡарай. Еңеүселәр һәм призерҙар өсөн йомғаҡлау ярышы мартта Мәскәүҙә уҙа. Педагогтар һәм уҡыусылар фекеренсә, был олимпиада тәү сиратта үҙ белемеңде һынау, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы.

Мәҫәлән, Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Хәлилова әйтеүенсә, уларҙың белем усағы финанс белем буйынса инновация проекты асырға ниәтләй. Уҡыусылар араһында был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһыныусылар күп.

Фото №1 - Башҡортостан уҡыусылары финанс грамоталылыҡ буйынса белемен тикшерә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ