Улар барыһы ла – башҡорттоң ҡаңны ырыуы вәкилдәре. Уларҙың төп төйәге Бүздәк районында уҙғарылған ырыу йыйыны тарих, халыҡтың бөгөнгө рухиәтенә, көнитмешенә арналды.
Ҡаңнылар йәшәгән Кушнаренко, Мишкә, Туймазы, Бөрө, Дүртөйлө райондарынан делегаттар килгәйне йыйынға. Һәр район бай йөкмәткеле этнографик күргәҙмә, архивтарҙан тарихи документтар һәм шәжәрәләр менән сығыш яһаны. Ҡаңныларҙың биләмәләре бик киң һәм Асылыкүл, Ҡандракүл буйҙары ла Ҡаңны ерҙәре һанала. Һәм ҡаңнылар әүәл ырыу йыйындарын Асылыкүл буйында уҙғарыр булған.
Ҡаңны олоҫо 12-се кантон башлығы Шаһихәйҙәр Сыртлановтың шәжәрәһе ул. Йыйында ырыу тарихы, уның арҙаҡлы шәхестәре, уларҙың ҡаҙаныштарын сағылдырған йөкмәткеле сығыштар яңғыраны. Ҡаңныларҙың Рәсәй тарихында тотҡан роле бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алынды унда.
Ниндәй ҙур вазифаларҙа эшләгән Муллайән Халиҡовтың ҡатыны ла репрессиялана, лагерҙарҙан һуң ул Свердловск өлкәһендә төпләнә, әммә артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ә ундай билдәһеҙ тип табылған тарих биттәре күпме?! Шул уҡ, 1812 йылғы Ватан һуғышы; 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының вариҫтарын асыҡлау эштәре тора. Ҡаңнылар боронғо шәжәрәләре менән ғорурлана, 16-сы быуатҡа тоташа ул.
Йыйында Ҡаңны ырыуы советы ойошторолдо, совет рәйесе итеп бер тауыштан Ғәли Шәғәлиев һайланды. Был йәмәғәт ойошмаһы йыйында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡын арала уҡ эш башлаясаҡ. Ҡаңнылар үҙ Гербын һәм Гимнын раҫланы.
Рәшиҙә Ишембәтова




