Республика Хөкүмәтендә финанс документҡа төҙәтмәләр индерелде. Уға ярашлы, ҡаҙна дефициты йыл һайын кәмей бара. Алдағы йылдарҙа Төбәк тулайым продукты артыуы көтөлә. Төҙөлөш, сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа тармаҡтарында йылдам үҫеш булырға тейеш. Был осраҡта ойошмалар килеме күбәйеүе һәм эш хаҡы артыуы ла көтөлә.




