Пандемия башланғандан бирле сирлеләр һаны 28 мең 719-ға етте. Был турала бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер - Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Республикала халыҡҡа коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау дауам итә. Бөгөнгә 120 мең дана препарат килтерелде, тине ведомство башлығы.
Республикала коронавирус менән ауырыусылар кәмеһә, дауаханаларҙы ғәҙәти эш тәртибенә күсереү планлаштырыла. Өфөлә бындай сирлеләр өсөн бер мең урын ҡалдырабыҙ, тине Максим Забелин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт белдерҙе.
Республикала ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эшләй. Февралдә 9 мең самаһы кеше шылтыратҡан. Бәйләнешкә сығыусыларҙың 40 проценты вирусҡа ҡаршы прививка яһатыу хаҡында һораша, тип хәбәр итте үҙәк етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.
Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Элемтә телефоны: 8 (347)-218-19-19.




