9 районда глэпингтар асыу планлаштырыла. Уларҙы 16 эшҡыуар ойошторған. Ял урындары Ғафури, Архангел, Өфө, Нуриман һәм тағы ла бер нисә төбәктә урынлашҡан. Бизнесмендарға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса ярҙам күрһәтелә. Ике компания федераль грант алған.
Глэмпинг - тәбиғәт ҡосағында, бөтә коммуникациялар үткәрелгән модулдәрҙә ял итеү. Башҡортостанда тәүге ошондай урын Бөрө районында Шәмсетдин күле янындағы туристик базала булдырылған.




