Унда 1-се халыҡ-ара акварель күргәҙмәһе ойошторола. Яҡташыбыҙҙың "Баҡсамдағы гөлөм" картинаһы ижади ярышҡа тәҡдим ителгән 500 самаһы эш араһынан һайлап алынған. "Һауығыуға юл" тип аталған күргәҙмә быйыл августа уҙа. Ләйсән Рәхмәтуллина - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премяһы лауреаты.




