Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаталар өҫтөндәге эште етмәгән кимәлдә тип баһаланы. Уҡыусыларҙың ата-әсәләренән ялыуҙар килеүе дауам итә. Уларҙың күп өлөшө Өфө уҡыу йорттарына тура килә. Ата-әсәләр башлыса һыуыҡ аҙыҡ менән ҡәнәғәт түгел. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская сығыш яһаны.
Балаларҙы сифтлы ашатыу – дәүләт бурысы. Һәр мәктәп буйынса тикшереүҙәр башлағыҙ, реестр булдырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Февраль айында мәктәптәрҙә туҡланыуға бәйле ата-әсәләрҙән ике йөҙҙән ашыу ялыу булған.




