Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова белдерҙе. Уҙған йылда эшҡыуарҙарға ғаилә һәм социаль эшҡыуарлығын үҫтереүгә субсидиялар күберәк бүленгән.
Республиканың 17 районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттары артыуы күҙәтелә. Федоровка, Көйөргәҙе, Өфө һәм Ауырғазы райондарында күрһәткестәр юғары.




