Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Хәҙерге башҡорт операһы лабораторияһы» проектының тәүге йомғаҡтары үтә. Был үҙенсәлекле проект уҙған йәй башланды. Ҡатнашыусылар опера либреттоһын яҙыу буйынса билдәле театр эшмәкәрҙәренән оҫталыҡ дәрестәре, кәңәштәр алды. Проект башҡорт телендә яңы опера әҫәрҙәре тыуыуына булышлыҡ итә ти, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры белгесе Елена Никольская.




