Психологтар тышҡы ҡиәфәткә, шәхси сифаттары һәм яулаған уңыштарына бәйле комплименттарҙы йышыраҡ әйтергә кәңәш итә. Башҡаларға маҡтау һүҙе әйтеү 2 яҡтың да күңел торошона ыңғай тәьҫир итә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығыта. Беҙҙең хәбәрсебеҙ "Тормошоғоҙҙа маҡтауға урын бармы?" тигән һорау менән халыҡ фекерен белеште.
Был көн табын ҡороу, бүләк бирешеү менән бәйле түгел, бары тик ысын күңелдән әйтелгән һүҙ көсө хаҡында йәнә бер иҫкә төшөрөү мөһим




