Бөгөн Өфөлә стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу ҡағиҙәләре ҡаралды

«Торатау» Конгресс-холында уҙған ултырышта төрлө ведомство вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Баш ҡала урамдарында киосктар ҡуйыуға ер ҡуртымға ғәҙәттә өс -биш йылға бирелә. Уның хаҡы кадастр хаҡы менән бәйле. Әлбиттә, үҙәктә ул ҡиммәтерәк.

Стационар булмаған сауҙа объекттары Өфөлә күп һәм уларҙың ҡала йөҙөнә тура килмәгәндәре бар. Ҡала хакимиәтендә был төр сауҙала тәртип булдырыу буйынса дөйөм ҡағиҙәләр сығарыу тураһында һүҙ былтырҙан бирле алып барыла.

Райондарҙа хәл башҡараҡ. Бер киоск урынлаштырыу өсөн ҡуртым хаҡы уның хужаһына 3-5 мең һум тирәһенә баҫа. Конкурентлыҡ та түбән. Был тәңгәлдә Әлшәй, Шаран райондары өлгөлө эшләй, тип билдәләнде йыйылышта.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу ҡағиҙәләре ҡаралды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ