Өфөлә батырҙарса һәләк булған 6-сы рота десантсыларын иҫкә алдылар

Хәтер сараһы баш ҡаланың «Тулҡын» паркындағы Башҡортостан десантсыларына арналған һәйкәл эргәһендә үтте. Төрлө хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алырға йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, һауа-десант ғәскәре ветерандары, мәктәп уҡыусылары һәм кадеттар килде.

Бер минут тынлыҡтан һуң, залп бирелде. Теүәл 21 йыл элек Чечен республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә тотошлай 6-сы рота һәләк була. Улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар.

Фото №1 - Өфөлә батырҙарса һәләк булған 6-сы рота десантсыларын иҫкә алдылар

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ