Ил Президенты гранты ярҙамында социаль проект

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Һанлы ғаилә»клубы әүҙем тормошҡа ашырыла. Миллион ете йөҙ мең һумлыҡ грант аҡсаларына проект авторҙары ғаилә ағзаларына заманса технологиялар өлкәһендә бушлай белем бирә. Йәкшәмбе клубындә беҙҙең ижади төркөм дә булды. Был хаҡта ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Альбина Сиражетдинова «Һанлы ғаилә» йәкшәмбе клубына ике ҡыҙын да йөрөтә. Дәрестәрҙә ни бары ике тапҡыр ғына булып өлгөргәндәр. Айырыуса өлкән ҡыҙы Айгөл был күнекмәләрҙән күп мәғлүмәт ала һәм һанлы технологияларҙы белеү көн талабы, тип иҫәпләй.

Проектты информатика кафедраһы белгестәре Башҡортостанда электрон белем биреү ассоциацияһы менән берлектә тормошҡа ашыра.

Айгөл Сиражетдинова, «Һанлы ғаилә» клубында шөғөлләнеүсе

Миллион ете йөҙ мең һум грант оттоҡ. Ноутбуктар, өс д принтер һатып алдыҡ. Беҙҙең клубта ғаиләләр бушлай шөғөлләнә.

Екатерина Саранова, «Һанлы ғаилә» клубының техник директоры

Тәүге төркөмдә 15 ғаилә белем алған. Икенсе төркөмдә шөғөлләнеүселәр иһә ике тапҡырға артҡан.

«Һанлы ғаилә» йәкшәмбе клубында 30-ға яҡын ғаилә шөғөлләнә. Өлкәндәр һанлы белемгә эйә булырға ынтыла, ә йәштәр программалау һәм компьютерҙа моделләштереү нигеҙҙәрен  өйрәнә.

Йәштәр ҙә проектта әүҙем ҡатнаша. Улар араһында хатта, Өфө колледждары студенттары ла бар.

Күнекмәләр өс ай дауам итәсәк. Бәләкәстәр һәм мәктәп уҡыусылары сайттарға, уйындарға программалар төҙөргә өйрәнә, һуңынан өлкән быуын вәкилдәренә лә ярҙам итә аласаҡ.

Һанлы белемгә күптән эйә булғым килә ине. Был белемдәр миңә банк менән иҫәп-хисап башҡарырға һәм сит илдә йәшәгән балаларым менән аралашырға киң мөмкинлектәр аса.

Лилиә Сафина, «Һанлы ғаилә» клубында шөғөлләнеүсе

Оҙайлы күнкмәләрҙән тыш, клуб ағзалары ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, психолог һәм мәғлүмәт технологиялары белгестәре менән консультациялар ҙа үткәреләсәк. Курстар һуңында ғаиләләр үҙҙәренең проекттарын яҡлаясаҡ.

Фото №1 - Ил Президенты гранты ярҙамында социаль проект
Башбат

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ