Был һорауға яуап киләһе яҙмала. Өфөнәң Ленин районы ЗАГС-ында алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе парҙар тәбрикләнде. Рапаевтар менән Биктимеровтарға республика башлығы ҡотлауы һәм бүләктәр тапшырылды.
Илле йыл түҙҙек, тағы ла шул тиклем түҙербеҙ тиҙәр Рапаевтар. Уйынлы-ысынлы булһа ла, ныҡлы ғаиләләрҙең нигеҙен тап ошо төшөнсә менән аңлаталар. Улар илле йыл элек никах теркәү залында биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалған. Алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә башлығы һәр һүҙҙе юморға борорға яратһа, ҡатыны уға һөйөүен француз телендә белдерә.
Әлфирә Кәшфи ҡыҙы француз теле уҡытыусыһы. Рәиф Әхмәт улы федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре.
Биктимеровтар өсөн Мендельсон маршы уларға өсөнсө тапҡыр яңғырай. Тажикистанда быяла заводында танышҡандар. Башҡортостандан эшкә барған йәштәрҙең шунда уҡ бер-береһенә күҙе төшә.
60 йыл элек яҙмыштарын бергә ҡушҡан көндә мәжлес үткәрмәгәндәр. Кәләш туй күлдәге кеймәгән. Быяла яһау ерендә ҡабынған һөйөү тимерҙәй ныҡ мөхәббәткә әүерелеп уларҙы ғүмергәсә ташламай. Ейәнсура егете менән Өфө районы ҡыҙы ике йылдан тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ғүмер буйы сәнәғәт өлкәһендә эшләйҙәр.
Алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгән бәхетле парҙарға Башҡортостан башлығы ҡотлауы һәм бүләктәр тапшырылды.
60, 70 һәм 75 йыл бер йән булып ғүмер итеүселәрҙе тәбрикләү пандемия осоронда ла туҡтамаған.
Тормош бурандарында бер-береһен юғалтмаған парҙар һаны арта, ти ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
Рәмилә Исмәғилева




