Был юлы ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюм биҙәүесен эшләүгә арналды. Хәҙер инде онотола барған һарауыс, йә иһә маңлайса тип исемләнгән орнаментлы биҙәкте тарихи видеояҙма, фотоларҙан тыш, төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе ҡайһы бер оло йәштәге ханымдарҙа осратырға мөмкин. Бөтөнләй юғалып ҡалмаһын өсөн Өфөлә һарауыс сигеүгә арналған оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республика ауылдарында ғына түгел, Өфөлә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары буш ваҡыттарын туҡыусылыҡ, сигеү һәм бәйләү менән уҙғара. Сәхнә кейемдәренән арынып, традицион милли әйберҙәргә өҫтөнлөк бирә. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе һарауыс сигеүгә арналды. Ул ус аяһындай киңлектә, ҡарыш ярымдай оҙонлоҡта аҡ киндергә ебәк менән сигеп яһала.
Һарауыс республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондарында киң таралған. Уны һәр төбәк үҙенсә атай. Биҙәктәрендә башлыса үҫемлек, йә ҡош-хайуандар геометрик фигурала ҡайып сигелә. Әйткәндәй, маңлай таҫмаһы мари, удмурт, сыуаш халыҡтарында ла осрай. Һәр милләт үҙенә хас элемент ҡулланырға тырыша. Башҡорттарҙа, ғөмүмән, сигеү өлгөһөн бик күп әйберҙәрҙә тап итергә мөмкин. Тергеҙәһе эштәр ҙә етерлек.
Ошо маҡсатта оҫталыҡ дәрестәре ойошторола ла инде. Башланған эш тә аҙағынаса алып барып еткерелеүе менән үҙенсәлекле. Милли әйберҙәр тағып йөрөрлөк итеп махсус эшләнә.
Азат Ғәлиуллин




